0%

Рәхәт йәшәр инем. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Рәхәт йәшәр инем. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 1998.. Нәшер ителгән: 12.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Рәхәт йәшәр инем, һәр бер эште
Сама белеп кенә эшләһәм,
Кәрәк саҡта кәрәк һүҙҙе әйтеп,
Кәрәк саҡта телем тешләһәм.

Эреле-ваҡлы түрә ишаратын
Башты эйеп кенә тыңлаһам,
Риза булһам барлыҡ йүнһеҙлеккә,
Тормошомдан, бәлки, уңмаһам.

Көнсөлдәрҙең өнөн тығыр өсөн
Бахыр, меҫкен булып ҡыланһам,
Аҙымымды уйлап ҡына баҫып,
Һауа үлсәп кенә тын алһам.

Башты күккә сөйөп атламаһам,
Йыртыҡ-тишек кенә кейенһәм,
Түрәләрҙең ҡайғыһына көйөп,
 Шатлығына ғына һөйөнһәм,

Рәхәт йәшәр инем. Нахаҡтарҙан
Тынып ҡалыр ине ҡолағым,
Үҙ эшемде тыныс эшләр инем,
Әшнә булыр ине йән-яғым.

…Был донъяның бөтә бысрағынан,
Сүп-сарынан булһам юғары,
Рәхәт тормош миңә кәрәк түгел-
Намыҫым саф ҡалһын ни бары!